-6 °С
Облачно
Бәхетемә, минең ҡәйнәм, Әхмәтйәнова Наилә Миҙхәт ҡыҙы, мин Исхаҡова Илнара Әсхәт ҡыҙы, килен булып төшөүем менән, үҙ ҡыҙындай яҡын күрҙе. Уның яҡты йөҙө, йомшаҡ эшһөйәр ҡулдары, аҡылы, асыҡ күңеле мине шунда уҡ үҙенә хөрмәт һәм һөйөү уятты. Ул минең өсөн ҙур өлгө булып тора. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тиҙәр. Ҡәйнәмдең ярҙамы менән, үҙе шикелле ғаиләм өсөн янып-көйөп торған, эшһөйәр, сабыр Йөрәкле, кешелекле һәм тырыш килен буласаҡмын тип тырышам.
Ҡәйнәмә терәк булғаны, ярҙамы өсөн ҙур рәхмәттәремде еткергем килә. Беҙҙең ғаиләбеҙҙең йәме ул. Артабан да булған мөнәсәбәттәребеҙҙең һаҡланып ҡалыуын теләр инем мин.
Әхмәтйәновтар ғаиләhe. Кинйә-Абыҙ ауылы