-6 °С
Облачно
Әхирәтемдең туйында иптәш ҡыҙы булып барған инем, буласаҡ тормош иптәшем менән шунда таныштым. Иптәш ҡыҙы булып барыуымды белгәндәр, эзәктә үҙеңде урлап алып ҡалһалар, тип шаяртҡандар ине, юрағандары юш килде. Әхирәтем менән беҙ килендәштәр булып сыҡтыҡ. Шул туй мәжлесендә үк буласаҡ ҡәйнәмдең нисек уңған, өлгөр, әүҙем икәнен күрҙем.
Үткән ғүмер, бына хәҙер 16 йыл инде мин был ауыл килене. Төшкән еремә таш булып баттым, әней менән бик татыубыҙ. Килен ҡәйнә тупрағынан тигәндәй, икебеҙҙең дә уртаҡ хобби бар, беҙ бәйләм бәйләргә яратабыҙ. Белмәгәндәрҙе бер-беребеҙҙән һорайбыҙ, өйрәнәбеҙ.
Ҡәйнәм, Усманова Ғәҙилә Әнәс ҡыҙына иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Гөлдәр Усманова.