Все новости
конкурстар
31 Мая , 16:22

Ҡыуандыр һәм һөйөндөр

Видеола шартлатып шиғыр һөйләп торһа ла, беҙгә ингәс, бер аҙ оялды ахры. 

Ҡыуандыр һәм һөйөндөр
Ҡыуандыр һәм һөйөндөр
Эмин Баймөхәмәтов, Күмертау ҡалаһындағы Н.Антошкин исемендәге 1—се гимназияның 2 класында уҡып йөрөй ул. "Туған телемдә һөйләшәм" конкурсында ҡатнашҡайны, бүләген алырға, әсәһе менән килгән. Ят донъя кеүек күренгәбеҙҙер тәүге минуттарҙа, ултыра торғас, егетебеҙ асылды:
- Үҫкәс, әсәйем кеүек, инглиз теле уҡытыусыһы булырға хыялланам, - 9 йәш кенә әле уға, Эмин сит ил телен ни тиклем яҡшыраҡ беләһең, шул тиклем донъя асығыраҡ була, сиктәр юҡҡа сыға икәнен әле үк аңлай.
- Үҙе теләп, ҡурай түңәрәгенә яҙылды, Дим ағаһына йөрөй, дзюдо менән шөғөлләнә, робототехника түңәрәгенә лә йөрөй, - һүҙгә әсәһе ҡушыла. 
Белмәгән һөнәре юҡ икән Эминдың тип уйлап, егетте хуплап, бүләк бирҙек. 
Инглиз телен бел, башҡа күп телдәрҙе лә бел, туған телеңде лә онотма. Атайың, әсәйеңде гел ҡыуандырып, һөйөндөрөп кенә йәшә, Эмин, - тип теләк теләнек. 
Автор:
Читайте нас: