Ҡәҙимге, киң таралған, балаларға бирелә торған һорау. Динис оҙаҡ уйлап торманы:
- Бай булғым килә, - тине.
- Бай кеше, һинеңсә, нисек була ул?
- Күп аҡсалы кеше була.
- Тағын?
- Ҡыйбатлы машиналы, ҙур йортло.
- Тағын?
Малай байтаҡ ваҡыт баш ватты, әммә дөрөҫ яуап бирә алды:
- Атай-әсәйем, апайым, туғандарым иҫән-һау булһа, мин бай булам.
Машина, йорт, аҡсаһы менән бәйле хыялың тормошҡа ашһын, әлбиттә, иң мөһиме - аҙаҡҡы әйткән теләгең. Бай бул, Динис.