Все новости
конкурстар
5 Июня , 16:51

Чувства добрые я лирой пробуждал

- Ай да Пушкин, ай да сукин сын! - тип маҡтаған Шағир үҙен, "Борис Годунов"ты яҙып бөткәс. 

Чувства добрые я лирой пробуждал
Чувства добрые я лирой пробуждал
Беҙ ҙә үҙебеҙҙе бөгөн маҡтап ултырҙыҡ. Бөйөк шағирҙың тыуған көнөнә арнап үткәргән конкурсыбыҙҙың осона сыҡтыҡ. Ошо уңайҙан ҙур ғына табын ҡороп ебәрҙек, конкурсанттарыбыҙ барыһы ла килгән, бөтәһе лә үҙ кешеләребеҙ. Беҙ иғлан иткән конкурста ҡатнашып, Александр Сергеевичтың мәңге үлмәҫ шиғырҙарын һөйләп, һәр береһе үҙенә лә дан алды кеүек тойолдо беҙгә, шиғри күңелле булыуҙарын күрһәттеләр, быныһының бөгөнгө заманда әһәмиәте бәләкәй түгел - шиғриәт, аңлай белгән кеше өсөн, ҙур терәк: 
И долго буду тем любезен я народу,
Что чувства добрые я лирой пробуждал,
Что в мой жестокий век восславил я Свободу
И милость к падшим призывал.
Бүләктәребеҙҙе бирҙек. Әңгәмә барышында кемеһелер ошолай тип әйтеп ҡуйҙы: кисә булғанды үҙгәртә алмайым, иртәгә ни булырын белмәйем, бөгөн йәшәйек әле, туғандар. Был әйткәнгә бер ни өҫтәрлеге ҡалманы: шиғриәт менән изге хистәр таратып, ауыр заманда күңел азатлығын данлап, түбәндә булғандарға мәрхәмәтебеҙҙе йәлләмәй йәшәйек, дуҫтар! 
Автор:
Читайте нас: