Все новости
конкурстар
5 Июня , 16:00

Ер улы

Йәштәрҙең кемдән һорама, үҫкәс мотлаҡ ҡалаға йәшәргә китәм, ти.

Ер улы
Ер улы
Ауылда ҡалам, мал аҫырайым, иген сәсәм тигәнен осратҡан юҡ ине.  Бөгөн тап иттек  - Сөләймән СОЛТАНБӘКОВ, Яңы Мораптал ауылы малайы. Ҡаланы үҙ итмәйем, минеке түгел ул, Күмертауға килһәм, тыным тарыға башлай, ти. Уны оҙата килгән өләсәһе һүҙгә ҡушыла:
- Ысынлап та, шундай ул улым. Йорт янындағы баҡсала сәсмәгән нәмәһен ҡалдырманы, төрлө культура ултырта ла, шуларҙың барыһын үҙе тәрбиәләп үҫтерә.
Ауыл хужалығында эшләргә кеше юҡ, киләсәктә нимә булыр тип ҡайғырабыҙ, баҡһаң, ауылдың киләсәге бар икән - сөләймәндәребеҙ бар.  
P.S. "Туған телемдә һөйләшәм" конкурсанттары барыһы ла килеп, бүләктәрен алып бөтмәгән. 
Автор:
Читайте нас: