+1 °С
Облачно
Әсәйҙәрҙең күңел күҙҙәренең
Өмөт сатҡыларын һүрмәгеҙ.
Маңлай күҙҙәрен дә нур һүнһә лә
Күңел түрҙәрендә һүнмәһен.
Балаһына булған һөйөүенең
Үлсәүҙәре юҡтыр, самаһы.
Көткән өмөттәрен һүндермәгеҙ.
Ҡалдырмағыҙ яңғыҙ, сараһыҙ.
Боҙ иретер йылы һүҙҙәр була.
Һуңламағыҙ, әйтеп ҡалығыҙ.
Әсәй, хәлең нисек?
Бер ауыҙ һүҙ...Зарыҡтырмай, ваҡыт табығыҙ!
Яңғыҙ ҡайын ише, яңғыҙ Әсә хәле.
Арлы-бирле елгә бөгөлә.
Күңелкәйе генә һағыштарҙан
Балаларым тейеп өҙөлә.
Һеҙ барында уның күңеле бөтөн.
Һау булһағыҙ, уға шул етә.
Артыҡ бер нимәгә өмөт итмәй.
Һеҙҙән бары йылы һүҙ көтә.