Все новости
конкурстар
12 Ноября , 10:22

Әсәйем иҫемдә

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы

Әсәйем иҫемдә
Әсәйем иҫемдә

Әсәйемде һағынып
Иҫемә алам бөгөн дә,
Иртән беҙ уяна инек
Тәмле сыҡҡан икмәк еҫенә.
Әсәйем йөрөнө мейес алдында
Алъяпҡысы булды билендә,
Һаҡ ҡына баҫып йөрөп
Табын әҙерләне беҙгә көн дә.
Өй эсенә тарала ине
Көлсә, ҡоймаҡ еҫтәре,
Бәлеше лә бешеп сыҡҡан
Әҙер ине уның өҫтәле.
Ауыл мейесендә бешкән
Ҡабарып торған икмәге,
Телеңде йоторлоҡ ине
Шуны ашап үҫтек элгәре.
Ҡабартмаһы өҫтәлендә,
Ҡош теле, бауырһағы.
Тәмле үлән сәйе менән,
Булды төрлө ҡаҡтары.
Ҡорот менән эремсек
Оло ризыҡ ине өҫтәлдә,
Һауытта аҡ, һары майы,
Әле булһа минең иҫемдә.
Рәхмәт әйтеп иҫкә алып
Ҡотлайһы килә әсәйҙе,
Мөмкин түгеллеген белгәс,
Күҙҙәрем минең йәшләнде.
Күҙ йәшенә юл ҡуймайыҡ
Тормош шулай ҡоролған,
Иҫкә алайыҡ әсәй-бәғерҙәрҙе
Тик булмаһындар онотолған.
Бер ҡасанда һуң түгел
Иҫтә өләсәй, әсәйҙәр,
Йомшаҡ ҡуллы, көләс йөҙлө
Күңел түрендә йәшәйҙәр.
“Әсәй” тигән изге һүҙҙе
Бер кем дә көсләп таҡмай,
Иң ҡәҙерле был заттарҙы
Һәр кем күңелендә һаҡлай.
Берҙән-бер киң күңелле,
Беҙҙең өсөн хәстәрле,
Үҙ бурыстарын үтәп,
Балаһына теләй ғүмерҙе.
Әсәй ҡылған доғалар
Һаҡлай беҙҙе бәләнән,
Шайтандарға юл ҡуймай
Ҡотҡара яман хәлдән.
Һағынып көтә ҡайтҡанды,
Һөйөп оҙатып ҡала,
Йөҙөндәге йылы ҡараш
Мәңге күңелендә ҡала.

Автор:
Читайте нас: