Әни, Әнкәй, Әнием!
Йөрәк устарында һаҡлап йөрөткән,
Беҙгә яҡты донъя бүләк иткән.
Тәүге аҙым, беҙҙең тәүге “ы-ғы”ларҙы
Көндәр һанап, барыһынан да нығыраҡ
Беҙҙең өсөн төн йоҡоһон йәлләмәгән,
Арыу-талыу, ауыртыуҙы ла белмәгән,
Беҙгә ап-аҡ бәхет һорап доға ҡылған,
Кәрәк саҡта уҡытыусы, табиб булған.
Беҙҙең өсөн күпме хыял теләгенән
Баш тартҡан һәм һис үкенмәгән,
Беҙ килтергән борсолоуҙарҙы ҡабул итеп,
Күрһәтмәйсә генә эстән көйгән.
Иң ҡайнар аш, тәмле сәйҙе ҡуйып,
Беҙҙе һәр саҡ яҡты өйҙә көткән.
Яңғылышһаҡ та беҙҙең яҡлы була белгән
Ғәзиз кешем, әней-бәғрем, ул һин икән!
“Әнкәй”, донъялағы берҙән-бер иң матур, иң ҡәҙерле, иң татлы һүҙ. “Әнкәй” тигәндә, донъялар яҡтырып, йылынып китә, күңелдәр нескәрә, күҙгә йәштәр килә. Иң ҡыйын саҡтарҙа беҙ әңкәйҙәрҙе иҫкә алабыҙ, уларға ҡайтып йығылабыҙ. Сөнки ерҙәге иң бөйөк кеше – Әнкәй! Юҡҡа ғына Ер - Әсә, Ватан – әсә тимәйбеҙ бит. Хатта туған телебеҙҙе лә әсә теле тип йөрөтәбеҙ.
Рәйсә РАХИМОВА, Зәк-Ишмәт ауылы