2000 йыл... 25 март.... Иң ауыр, иң ҡайғылы көн... Эйе... Беҙҙе, ун баланы, ҡалдырып әнейебеҙ яҡты донъянан баҡыйлыҡҡа китеп барҙы...
Хәҙер инде байтаҡ йылдар уҙҙы. Йәшлек үткән һайын күберәк уйланаһың икән... Йылғалар кире аҡмай тип, юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Үткәндәрҙең ҡапҡалары кире асылмай икән.
Әнейем алсаҡ йөҙлө, итәғәтле, түҙемле кеше булды. Әтейем яҡты донъяларҙан китеп барғас, балаларын бер үҙе аҡҡа баҫтырҙы. Көслө булды, бер ваҡытта ла еңелеп илап ултырманы, балаларым тип йәшәне. Әрләп тә алыр ине, кәңәшен дә бирҙе, арҡанан дөмбөрләтеп яратып та алыр ине. Һағындыра шул саҡтар... Әнейҙең әйткән һүҙҙәрен әле яңы аңлаған һымаҡмын, әле яңы ишеткән һымаҡмын.
Күмертауҙа уҡыған саҡтар. Ауылға автобуста ҡайтып етәһең. Гел сәйе ҡайнаған булыр ине, өҫтәле әҙер булыр ине. Ә йәкшәмбе иртәһе... бер ваҡытта ла онотолмаҫ инде. Иртән тәмле мейестә бешкән икмәк еҫе танауҙы сетерекләп уята, ә самауыр сәйе... яҙып бөтөргөһөҙ иң матур хәтирәләр.
Мин үҙем дә хәҙер ике бала әсәһе. Ҡыҙым, улым бар. Иртән торһам да, кис ятһам да балаларыма Хоҙайҙан бөтә изге теләктәрҙе теләйем. Бәхетле, тәүфиҡлы булһындар инде.
Донъялар тыныс, илдә именлек булһын! Ер йөҙөндәге бөтә әсәләргә ғаилә бәхете, һаулыҡ теләйем. Байрам менән!
Айһылыу ТАЙМАҪОВА, Бахмут ауылы