Һағынабыҙ...
Әҙәм балаһына, ул нисәмә йәш булыуына ҡарамаҫтан, әсәй кәрәк. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Буй еткереп еткәс, әсәйебеҙ Валентина Ишмөхәмәтованы юғалттыҡ. Ул ҡаты ауырып китеп, беҙҙе ауыр ҡайғыларға ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә генә төрөнөп йәшәр сағы ине...Тик ҡаты ауырыу уны аяманы. Бына инде өс йыл беҙ уны юҡһынып, һағынып йәшәйбеҙ.
Әсәйебеҙ бик күп ауырлыҡтар күреп үҫкән кеше. Тормош юлы ла еңелдән булмай. Тик ҡәҙерле кешебеҙ бер ҙә донъяға асыуланып, үҙенә йомолманы, оптимистик ҡарашта булды. Беҙҙең бала саҡтар 90-cы йылдарға тура килде. Ул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрһәң, ата-әсәйҙәр нисек юҡлыҡ ваҡытында беҙҙе үҫтерҙе икән тип аптырап китәһең. Әсәйебеҙ бик яҡшы өләсәй ҙә ине. Ейән-ейәнсәрҙәрен бик ныҡ яратты, ҡарашты. Балаларыбыҙ өләсәй наҙына әле лә мохтаж. Ҡәҙерле, яҡын кешеләрен һағынып бер булалар.
Әсәйебеҙҙе уйламаған бер минут та, бер көн дә юҡ.
Мама!
Мама, мамочка родная,
Ты ушла от нас так рано.
Как же больно на душе
Не услышишь крик души!
Мы тебя так сильно ждали
Что ты выздоровишь, и будешь с нами,
Но ты ушла в свой мир иной,
Приобрела ты вечный свой покой.
А как же мы ты даже не спросила,
Как туго, плохо будет без тебя.
Но ты ушла, покойся с миром,
Мамуля, мамочка моя.
Ирина ИШМӨХӘМӘТОВА, Таймаҫ ауылы