Быйылғыһын яман эҫе була тиһәләр ҙә, матур көндәре әлегә һирәк, әммә, һәр нәмәнән йәм таба белгән кеше өсөн, йәй, барыбер иң яғымлы, йылы, күңелле мәл булып ҡала.
Уңышлы мәл дә ул йәй. Барыһын алдыбыҙға түшәп һала, йыбанма ғына, еләге лә бар, шифалы үләндәре лә, балығы, башҡа ниғмәттәре.
«Юшатыр» гәзите конкурс иғлан итә. «Уңышлы йәй». Унда ҡатнашыу өсөн артыҡ көс түгеү талап ителмәй, еләк-емеш (төрлө ярай), үләндәр йыйған, балыҡ тотҡан мәлдәрегеҙ төшкән фото, бер-ике ауыҙ һүҙ. Еңеүсене лайктарға ҡарап баһалаясаҡбыҙ. Конкурс июль айы дауамында барасаҡ.
Уны Таймаҫ ҡыҙы Гөлгөнә аса, кем беҙҙе гел ҡарап бара, белә, ул, йыл да тиерлек, тыуған яҡтарына ҡайтып, сәхрәлә, ошолайтып, ләззәт кисерә.
Һеҙҙән дә ләззәтле минуттарығыҙҙы мәңгеләштергән фотолар көтәбеҙ.