Бөтә яңылыҡтар
конкурстар
15 Июль , 15:26

Икеһе лә шәптәр

Азат улым бәләкәй саҡтан еләкте шәп йыйҙы, өләсәһенә эйәреп гел яландар ҡыҙырып йөрөр тине.

Икеһе лә шәптәр
Икеһе лә шәптәр

Үҫеп буй еткәс тә еләк йыйыуын онотманы, киленебеҙ Гүзәл дә улыбыҙға пар килеп еләк йыйырға оҫта.
Еләктән тыш сейә, ҡарағат һәм башҡа емештәрҙе лә шәп йыялар. Хәҙер инде ейәндәребеҙ ҙә ата-әсәһенә эйәреп тырыш һәм егәрле булып үҫеп киләләр, Аллаға шөкөр.
Беҙ инде оло йәштә, улым менән киленем йәй һайын беҙҙе еләк-емеш йыйып шатландыра.
Бына быйыл да беҙҙе еләкһеҙ ҡалдырманылар, Ялсыҡай яландарынан, һә тигәнсе ике күнәк тултырып алып ҡайтып бирҙеләр, йорттан сейәне лә тиҙ генә тирҙеләр.

Рәхимә Йыһаншина, Ялсыҡай ауылы

Автор:
Читайте нас