Мәғариф
9 Апрель 2023, 08:26

Һаумы, яҙ!

“Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” төркөмөндә “Яҙ байрамы” булып үтте.

Һаумы, яҙ!Һаумы, яҙ!
Һаумы, яҙ!

Балалар рәхәтләнеп уйнанылар, бейенеләр, башҡорт телендә йырҙар йырлап, яҙға арналған шиғырҙар һөйләп яҙ миҙгелен ҡаршы алдылар.
Төрлө йәштәге башҡорт төркөмөндә балаларҙа башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм таҙа башҡорт телендә һөйләшеү өҫтөндә ныҡлы эш алып барыла.
Көндәлек эштәрҙә лә балалар менән туған телдә аралашып, башҡорт телендә яңынан яңы йырҙар, шиғырҙар өйрәнәбеҙ.
Балаларҙың шәхесен үҫтереүҙә төп рольде әсә теле уйнай. Әгәр ҙә һеҙҙә балаларығыҙ үҙ телен белеп, туған телендә аралашып үҫеүен теләһәгеҙ 2-7 йәшкә тиклемге балаларҙы “Ҡояшҡай” төркөмөндә көтөп ҡалабыҙ.
Зөһрә ХӨСӘЙЕНОВА, "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһының "Ҡояшҡай" төркөмө тәрбиәсәһе

Автор:
Читайте нас