Юғиһә, элегерәк, Б. Беляев башлыҡ заманында, парад ойоштор торғайны. Элекке совет заманындағы ише.
Ололар нимә эшләр, ҡараңғы, ә бына балалар, рәхәтләнеп, 1 май байрамын байрам итә лә башланы. Күмертауҙың "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһы бөгөн, Хеҙмәт байрамына бағышлап, сара ойошторған. Бәләкәс булһалар ҙа, балалар яҡшы белә: эшләмәһәң, ашамайһың. Тәрбиәне был йәһәттән тәрбиәсе апайҙары төплө бирә - һөйһәң хеҙмәт, булыр хөрмәт.