Мәғариф
24 Май 2023, 06:32

Бай булһын!

Ниндәй ҙур байрамға бармай, һемәйеп ҡалғанбыҙ ҙа баһа!

Бай булһын!Бай булһын!
Бай булһын!
БРГИ-ла Һабантуй икән дә бөгөн, уҡыу йорто янынан үтеп барышлай, шат тауыштарҙы ишетеп, яңғылыш барып эләктек. Ә байрам аҙағына ла яҡынлашҡан икән. Йәл, ҡатыҡҡа битте тығып булманы. 
- Ныҡ шәп булды байрам,- тип тора БРГИ директоры Шайморат Тимербулатов, - шиғырҙа яҙылғанса, ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, бар эшемдең сыҡтым осона - ял итеп алырға булдыҡ. 
Уҡыутыу процесы ваҡ мәшәҡәт кенә булһа икән, оло яуҙа еңгән батырҙарҙарға тиң БРГИ уҡытыусылары. 
Балалар хөрмәтенә, уҡытыусылар уңышына туҫтаҡ күтәрҙек. 
- Йәйҙәребеҙ яҡты хәтирәләргә тулы булһын! 
Автор:
Читайте нас