

Руссаны, башҡортсаны ғына түгел, инглиз телен дә һыу һымаҡ эсәләр икән. М. Исҡужин исемендәге прогимназияның икенсе корпусы кескәйҙәре. Әле сығарылыш кисәһендә булып ҡайтып, балаларҙың шул хәтле лә аҡыллы булыуын күреүҙән, айный алмай ултырабыҙ. Һәммәһе 16 бала был балалар баҡсаһын бөтөп, мәктәпкә юллана. Тәрбиәселәре Зөбәржәт Хөсәйенова, һеҙһеҙ нисек йәшәрмен тигәндәй, сабыйҙарға ҡарап тора - нисәмә йылдар бергә булдылар, бына әле айырылыу мәле етте. Юлдарығыҙ имен булһын, балалар!