+21 °С
Болотло


Күмертауҙың юбилейына бәйләп, әллә күпме наградалар таратты, фотоға төшөрөп өлгөр генә.
Халыҡ күп, сәхнәнән нимә тип әйткәндәрен дә ишетеп өлгөрмәйһең, шулай ҙа йәнгә яҡын исем, тауыштарҙы ярып, елдәрҙе еңеп, ҡолаҡҡа килеп етте. Әнисә Түләгәнова. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы!
Бик лайыҡлы баһа тип ҡабул иттек был награданы, хатта, янда торған кемеһелер, күптән кәрәк ине тип тә әйтеп ҡуйҙы. Ҡотлайбыҙ!