Мәғариф
25 Август 2023, 03:30

Бик күп эштәр башҡарҙыҡ

Әнисә ТҮЛӘГӘНОВА, М.Исҡужин исемендәге прогимназия директоры:

Бик күп эштәр башҡарҙыҡБик күп эштәр башҡарҙыҡ
Бик күп эштәр башҡарҙыҡ

- “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыуыма сикһеҙ шатмын. Илем, телем, халҡым тип коллективым менән бик күп эштәр башҡарҙыҡ. Балаларҙы уҡытыу ғына түгел, ата-әсәйҙәр менән дә ҙур эш алып барылды. Ҡала, республика кимәлендәге сараларҙы ла үҙебеҙҙә йыш үткәреп торабыҙ. Киләсәктә лә эшебеҙҙе тағы ла сифатлыраҡ башҡарырға, яңы идеяларыбыҙҙы тормошҡа ашырырып, халҡыбыҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе дауам итербеҙ тип ышанам. Аллаға шөкөр, эштәр ҙә, пландар ҙа, идеяларыбыҙ ҙа бик күп. Иң мөһиме барыбыҙҙың да һаулығы булһын, илдәребеҙ тыныс булһын.
Рәхмәттәремде бергә, иңгә-иң терәшеп эшләгән, терәк булған коллегаларыма әйткем килә. Иҫ китмәле тәжрибәле, уй-фекерҙәребеҙ уртаҡ булған уҡытыусылар, ижади ҡарашлы тәрбиәселәр эшләй беҙҙә. 

Мәҡәлә тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас