Мәғариф
5 Сентябрь 2023, 09:04

Белем эстәү

Уны өйрәтәһе түгел дә.

Белем эстәүБелем эстәү
Белем эстәү
Үҙе башҡаларҙы өйрәтерлек, тик, әйткәс, кәрәк тигәс, китте Өфөгә. БИРОға. НВП дәресен нисек уҡытырға - шуны өйрәтеп ҡайтаралар. Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡытыусыһы Раил Араптанов әле шунда белем алып йөрөп ята. НВП - әле иң кәрәкле дәрестәрҙең береһе, былай ҙа абруйлы уҡытыусы, дәрәжәһе тағы ла юғарыраҡ булыр, тимәк.
- Уңға ҡараһаң да таныш, һулға әйләнһәң дә таныш, - Раил Рамаҙан улы беҙгә, ҡыуанып, шулай тине. Ул, әйткәндәй, Өфөгә бер үҙе генә сығып китмәгән, янында Яңы Морапталдан Илдар Мөлөков та бар, -  Бына Айрат Зөбәйеров (районда иң аҙаҡҡы кеше түгел ине), бына элекке уҡытыусым - профессор Бикмеев. 
Белем туплап, үҙегеҙ белгәнде лә башҡаларға өйрәтеп, матур йөрөп ҡайтырға булһын, егеттәр!
Автор:
Читайте нас