Бик мәғәнәле был йырҙың һүҙҙәре. Бөгөнгө көнгә лә тап килеп кенә тора. Тышта һауа торошо алама. Ә М. Исҡужин исемендәге прогимназияның икенсе корпусында, уның ҡарауы, ҡояш балҡый. Бөгөн бында байрам - “Алтын көҙ”. Балалар, кинәнеп, төрлө уйындар уйнаны, алтын көҙ тип, йүгереп йөрөп, үҙҙәре лә алтынға мансылғандай, байға әйләнде.
Һәр саҡ күңел торошоғоҙ әлегеләй ҡалһын ине: йылы ла, бай ҙа.