Мәғариф
9 Октябрь 2023, 02:47

Оло йөрәкле педагог

- Һеҙ уҡытыусы һөнәрен һайлауығыҙға үкенмәйһегеҙме? 

Оло йөрәкле педагогОло йөрәкле педагог
Оло йөрәкле педагог

- Юҡ, бер ваҡытта ла үкенгәнем юҡ. Таймаҫ ауылында 8 класты тамамлағас, класыбыҙҙағы ике малайҙы һәм 5 ҡыҙҙы Өфөләге 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатына уҡырға ебәрҙеләр. Хәҙер ул халҡыбыҙҙың бөйөк улы, күренекле шағир Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназия. Унда уҡыған йылдарым күңелдә иң матур хәтирәләр булып һаҡланып ҡалған.
Интернатты тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға керҙем. 3-сө класта уҡығанымда уҡ рус теле уҡытыусыһы булам тип уйлағайным.
- Ауыл балаһыһығыҙ, нишләп рус телен һайланығыҙ?
- Яңы Таймаҫ ауылында төрлө милләт кешеләре йәшәй. Шуға күрә рус телендә аралашырға тура килде. Уҡытыусым Тәнзилә Хәмзә ҡыҙы Абдуллина ла Пушкин, Толстой, Достоевский теленә бәләкәйҙән һөйөү тәрбиәләне. Тағы ла бер этәргес – әниемдең апаһына ҡарап, уға һоҡланып һайланым мин ошо һөнәрҙе. Ул рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ине. 1-се класты бөткәс, Баҡалы районына ошо инәйемә ҡунаҡҡа барҙым һәм өйгә хат яҙҙым. Ул шул хатымды алып ҡыҙыл ручка менән хаталарымды төҙәтте. “Хаталарың күп бит, балам, китап уҡыр кәрәк", – тине.

 Лилиә Аҙнабаева менән дә әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас