Мәғариф
25 Ноябрь 2023, 05:04

Һөнәренә тоғро ҡалыусылар

24 ноябрҙә бер төркөм М. Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ уҡытыусылары Стәрлебашта уҙғарылған "Остаз" республика конкурсында ҡатнаштыҡ.

Һөнәренә тоғро ҡалыусыларҺөнәренә тоғро ҡалыусылар
Һөнәренә тоғро ҡалыусылар

Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Миәкә райондары, Стәрлетамаҡ, Күмертауҙың ҡала уҡытыусылары, А. Достовалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы, Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты командалары менән көс һынаштыҡ. Барлыҡ педагогтар ҙа етди, сағыу, йөкмәткеле итеп әҙерләнгәндәр. Һәр команданың үҙенә хас методик алымдары, һоҡландырғыс презентациялары һәм тапҡыр яуаптары булды. Конкурс, сәхнәгә сығып, йәрәбә алыу менән башланып китте. Күрәһең, бәхет шулайҙыр инде, беҙҙең командаға бөтә конкурстарҙа ла беренсе булып сығыш яһарға тура килде. Шулай ҙа бер ҙә бирешмәнек. Танышыу - презентациябыҙҙы бар зал дәррәү алҡыштарға күмде. Конкурсты асып ебәреү маҡсатынан да, әлбиттә, был бик отошло булды. Артабанғы конкурста, заманса методика алымдары ҡулланып, командабыҙ менән оҫталыҡ дәресе күрһәттек. Дәресебеҙ барыһының да күңеленә хуш килде. Ә ун һорауға тапҡыр яуап биреү бөтөнләй ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Шулай ҙа көслөләр араһында ла көслөләр була. Барлыҡ командалар ҙа сағыу, еңеүгә ынтылышлы булдылар. Сара йөкмәткеле, рухлы, юғары кимәлдә уҙҙы. 14 команда араһында "Һөнәремә тоғро ҡалам" номинацияһында еңеүсе булып, сәхнә түрен биҙәнек. Гимназия уҡытыусыларын ойоштороп, бар күңелен биреп, ошо матур рухлы сараға әҙерләгәне өсөн алыштырғыһыҙ директорыбыҙ Шайморат Азамат улы Тимербулатовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә тағы ла яңы ҡаҙаныштар, яңы еңеүҙәр яуларға насип булһын!

Филюзә Харрасова, М. Рәхимов исемендәге БРГИ уҡытыусыһы. 

Автор:
Читайте нас