Мәғариф
1 Декабрь 2023, 07:00

Яҡшыраҡ беләм

Ул бында үҙ өйөнә килеп ингәндәй керҙе.

Яҡшыраҡ беләмЯҡшыраҡ беләм
Яҡшыраҡ беләм
Шулай булмай, РПЛИны ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашҡан кеше лә ул. Юлай Әмәкәсов. Ул да бөгөн конференцияла ҡатнашып йөрөй. Бүләк алып килгән. Үҙе етәкләгән Өфөләге интернат балалары яһаған рәсем. Юлай Камил улы, нимәлер эшләһә, мотлаҡ уға ниндәйҙер мәғәнә һала. Быныһында ла шулай - рәсемдә М. Аҡмулла ултыра. Нимәгә ишара яһағаны һүҙһеҙ ҙә аңлашыла.
- РПЛИ-ның тарихта булмауы ла бар ине. Был бинаны (элек 33 СПТУ ине), ул саҡтағы ҡала башлыҡтары Ырымбур университетына бирәм тип йөрөй ине. Беҙ, Фирҙәүес Хисамитдинова менән, тот та һыпырт Мортаза бабай янына. Инде һөйләшеп, Бабайҙан ризалыҡ алып ҡына сыҡһаҡ... Приемныйҙа Афонин менән Бобылев ултыра. Өлгөрҙөк. Биш минутҡа һуңлаһаң, РПЛИ булмай ине. Йәнә нимә әйтәм? Кеше тере саҡта белһәк ине уның ҡәҙерен, Фирҙәүес апайҙы яңыраҡ ҡына күмдек, тере сағында иғтибарҙы бик биреп еткермәнек ахры уға, ул министр булған ваҡытта, тиҫтәләгән яңы мәктәптәр астырҙы, халыҡ өсөн күп эштәр башҡарып өлгөрҙө.
- Район-ҡала тормошо менән ҡыҙыҡһынып бараһығыҙмы?
- Мин бындағы хәлдәрҙе һеҙҙән яҡшыраҡ беләм хатта. Үҙгәрештәр бара икән, хәйерлегә булһын.  
Автор:
Читайте нас