Инициативалы бюджетлау проекты сиктәрендәге конкурста ҡатнаша улар. Әле уҡыусылар мәктәп эсендәге әҙерлек этабын башлап та ебәргәндәр.
10-сы, 11-се класс уҡыусыларының инициативалы төркөмдәре мәктәп инфраструктураһын үҙгәртеү буйынса төрлө ҡыҙыҡылы идеялар тәҡдим итте һәм юғары класс уҡыусылары араһында класс сәғәттәре үткәрҙе. Шулар араһында белем усағының 3-сө ҡатындағы кесе кластар блогында шахмат зонаһын төҙөкләндереү һәм "Спорт майҙансығын төҙөкләндереү концепцияһы» проекттары ла тәҡдим ителде.
PR төр компаниялары уҡыусыларға үҙ продукттарын пропагандаларға өйрәнергә мөмкинлек бирә һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың, дөйөм мәктәптең ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итә. Һәм был үҙ идеяларын алға ебәреүҙең башы ғына. Алда төп конкурс - уҡыусыларҙың иң яҡшы идеяһы өсөн тауыш биреү, унда кәм тигәндә биш проект тәҡдим ителәсәк.
Ҙур яуаплылыҡ менән башҡарылған эштәрендә уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ. Конкурстың киләһе этабында уларҙың берҙәм һайлаған проекттары еңеп сығыр тип ышанабыҙ.