Була шундайҙары, кабинеты тирәһен урап үтергә тырышаһың. Юлда осраһа, аяҡтарыңды икенсе яҡҡа бораһың. Ҡыҫҡаһы, ни үҙе йәшәмәгән, ни башҡаға иркенләп йәшәргә-эшләргә ирек бирмәгән директор инде быныһы. Ә бит етәксе кеше, нисек эшләнең, ҡасан эшләнең, ҡасан эшләйһең тип, гел эште дауайлап ҡына йөрөр ҡырыҫ кеше булырға тейеш түгел, ҡул аҫтында эшләгәндәрҙең күңелен дә күрә белгән, уларҙың ялы тураһында ла уйлаған, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булырға тейеш.
М. Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ был йәһәттән уңды. Шайморат Тимербулатов хәстәрлекле етәксе. Бына әле уҡыу йортонда оҙаҡ йылдар эшләгән ике уҡытыусыға - Гөлсинә Йосопова менән Рәмилә Ишкининаға - путевка биргән. Һаҡмар санаторийына ял итергә! Ғәләмәт бит, әй. Башҡа мәктәптәрҙә эшләгән уҡытыусылар хәҙер үҙҙәренә урын тапмаҫ инде - ниңә беҙгә генә килмәнегеҙ директор булып, Шайморат Азаматович?