Все новости
Мәғариф
7 Февраля , 12:28

Эш бөткәс, уйнарһығыҙ

Ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ икән быларҙың.

Эш бөткәс, уйнарһығыҙ
Эш бөткәс, уйнарһығыҙ
БРГИ-лағы конференция башланыр алдынан уҡыу йортон әйләнеп сыҡтыҡ. Йолаһы шулай. Күп осраҡта шулай була: кәрәк икән кәрәк тигән һымаҡ, эйәртенешеп йөрөйһөң, экскурсия бик күңелле, ылыҡтырғыс булмай. Был юлы ялҡырға ирек бирмәнеләр - гимназистарҙың белмәгән һөнәре юҡ икән. Йәнә шуныһы мөһим: үҙенсәлекле булды күргәҙмәләре. Донъяла әле ҡайҙа бар икән, мәҫәлән, ағинәйҙәрҙең уҡыу йортонда йәшәп-эшләп йөрөүҙәре? БРГИ уларға махсус бүлмә биреп ҡуйған, әйҙә, балаларға, рәхәтләнеп, йолаларҙы өйрәтегеҙ. Атаҡлы рәссамдарҙың билдәле рәсемдәрен тере килеш күрҙек, йәғни, балалар шул картиналағы күренештәге геройҙар һымаҡ, тәсмә-тәс кейенеп, ысын донъяға күсергән. Батырлыҡ дәрестәре, волонтерҙар... Музыка класы. Кәйефтәр шәп саҡ, Йәүҙәт абзый тальянда уйнап ебәргәйне, тотондолар бейергә, саҡ туҡтаттыҡ, эш бөткәс уйнарһығыҙ...
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: