Все новости
Мәғариф
7 Февраля , 11:47

Икенсеһе. Һуңғыһы түгел

Ғүмерҙә икенсегә генә үткәрелә был сара, ә ул тарихын, әйтерһең, әллә нисәнсе быуаттарҙан ала кеүек.

Икенсеһе. Һуңғыһы түгел
Икенсеһе. Һуңғыһы түгел
М. Рәхимов уҡыуҙары тигән төбәк -ара фәнни-ғәмәли конференция. Республиканың беренсе (һәм һуңғыһылыр, моғайын) президенты исемен йөрөткән БРГИ-ға бөгөн күп уҡыусы, уҡытыусылар, чиновниктар, йәмәғәткә билдәле кешеләр йыйылды. 
- Гимназия директоры Ш. Тимербулатовҡа рәхмәт, байтаҡ эштәр башҡарып өлгөрҙө, -тип баһа бирҙе мәғариф министрлығы,- үҙе лә малайына Мортаза тип исем ҡушҡан атай ул.
- Киләһе йылда был конференцияның өсөнсөһөн үткәрсәкбеҙ, -тип алдан уҡ ҡысҡырҙы Шайморат Азамат улы, -бер йылдан килһәгеҙ, аптырап торорһоғоҙ - беҙ бер айҙан капиталь ремонтҡа тотонабыҙ, хөкүмәт беҙгә 70 миллион һум аҡса бирҙе. 
Был саранан репортаж киләһе һанда баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: