Все новости
Мәғариф
8 Февраля , 18:12

Белем донъяһына ишек

Әлифба тигән китап

Белем донъяһына ишек
Белем донъяһына ишек

Рәхмәт әйтеп, йыр йырлайбыҙ,
Ошо китапҡа атап!
Бөгөн Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһының 1 класс уҡысыларында ҙур байрам - "Әлифба" байрамы үтте. Тәүге уҡытыусылары Лүциә Рамаҙан ҡыҙы Сөләймәнова тарафынан бик матур тәрбиәүи сара ойошторолдо. Байрамда беренсе класс уҡыусылары әлифба, азбука, математиканан үҙҙәренең алған белемдәрен күрһәттеләр, шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, бейенеләр, ребустар систеләр, йомаҡ ҡойҙолар. Аҡыллы, зирәк ҡыҙҙар һәм малайҙар тырышып уҡырға, ата-әсәйҙе, туғандарын, уҡытыусыны хөрмәт итергә, Тыуған илде һәм туған телде ҡәҙерләргә, яратырға, тип ант иттеләр. Әлифбаға уҡыусылар рәхмәт әйтеп, теләктәр теләп икенсе йылға киләһе беренсе кластарға килеүен һоранылар.
Кисәгә ата-әсәйҙәр ҙә саҡырылды, хатта олатай-өләсәйҙәр ҙә килеп, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарап, һөйөндөләр. Кисәнән барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып, күңелле итеп байрам сәйе эсеп, таралыштылар. Ололар: "Ошондай үҙ өйҙәребеҙ кеүек матур,йәмле,йылы мәктәпкә шундай рухлы балалар күберәк килһендәр ине", тип йылы һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырҙылар.
Әйткәндәй, һәр шишәмбе көндө сәғәт киске 6-ла буласаҡ 1 класс уҡыусылары өсөн дәрестәр үткәрелә.
Белешмә өсөн мәктәп телефоны: 2-21-98.
Хөрмәт менән 1 а класы уҡыусыларының ата-әсәләре.

Автор:
Читайте нас: