Йәш быуында илһөйәрлек, юғары рухи-әхлаҡи сифаттар, ысын гражданин итеп тәрбиәләү төп бурыстарҙың береһе. Был дәүләттең бойондороҡһоҙлоғон һәм именлеген һаҡлауҙа мөһим шарттарының береһе.
Үткән аҙнала Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында полиция кластарын асыу буйынса кәңәшмә үтте. Был сарала ҡалабыҙҙың 6-cы һанлы мәктәбе директоры Марина Владимировна Дерягина, "Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре" уҡытыусыһы Александр Иванович Малахов,10-сы һанлы мәктәбе директоры Альфия Ринатовна Корепина һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Марина Владимировна Кустова ҡатнашты. Юында Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы менән килешелгән өҫтәмә белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. 1 сентябрҙә ҡалабыҙҙа ошо ике белем биреү учреждениеларында хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге профиль кластар асыласаҡ. Полиция кластарын булдырыуҙың төп маҡсаты - үҫеп килгән быуынды патриотик һәм әхлаҡи тәрбиәләү, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең хоҡуҡ аңын күтәреү, эске эштәр министрлығы системаһының уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн кадрҙар әҙерләү.
Зилә ӘХМӘТБӘКОВА, Күмертау ҡалаһы:
- Минең ҡыҙым 6-сы һанлы мәктәптә уҡый. Бындай яңылыҡ, әлбиттә, ҡыуаныслы һәм мөһим. Балаларға тарих һәм хоҡуҡ мәсьәләләрен яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек биреүҙән тыш, үҙ иле һәм геройҙарҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға өйрәтерҙәр. Уҡыусылар шулай уҡ яҡшыраҡ кеше хоҡуҡтарын белергә лә өйрәнерҙәр тип уйлайым.
Мировые эксперты сходятся во мнении, что реальный рывок способны совершить только те страны и регионы, которые активно вкладываются в образование и науку. Мы в Башкортостане выбрали именно такой путь, сказал Радий Хабиров.