Билдәле, улар М. Рәхимов исемендәге БРГИ-ға кермәй китмәне, бында ҙур ремонт эштәре бара, теге саҡ барғаныбыҙҙа сентябргә өлгөртәбеҙ тип директорҙары йүгереп йөрөй ине, әле лә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килмәне- барыһы ла тәртиптә. Шуныһы ла мөһим: түрәләр араһында үҙҙәренең уҡыусылары ла бар, минең уҡыған замандан бында ыңғай үҙгәрештәр күп икән тиһен.
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров:
"Рәсәй президенты тәҡдим иткән федераль программа буйынса беҙ 140 мәктәп бинаһына капиталь ремонт менән индек — ә был — яҡшы, лайыҡлы шарттарҙа уҡырға мөмкинлек алған тағы 37,6 мең бәхетле бала. Һәм был беҙҙең төп бурысыбыҙ - балалар өсөн йылы, уңайлы мөхит булдырыу, заманса алымдар һәм ҡорамалдар ҡулланып белем алыу, үҫешеү һәм үҙ иленең ысын патриоттары булыу».