Кеше араһында башҡаларҙан кәм-хур булып йөрөмәһен, тип тырыша ата-әсә, балаларына матур, сифатлы, уҡыу йылына етерлек булған кейем-һалым һайлай. Аяғыңа ҡарап юрғаныңды һуҙаһың, тигән әйтемдән ситләшмәй, кемдәрҙер ҡыйбатлы бутиктар буйлап саба, кемдәрҙер арзан магазиндарҙы үҙ итә, ҡалабыҙҙа, шөкөр, уларҙың һаны бихисап, элекке кеүек кейем таба алмай йөрөгән осор артта ҡалды.
Быйылғы йылда балаларҙы мәктәпкә кейендереү нисә һумға барып төшә, кейемдәргә хаҡ артҡанмы, ҡайһы магазиндарҙа осһоҙораҡ, канцелярия тауарҙарына яҡынса күпме аҡса бүленә? Бөгөнгө көндә бөтә ата-әсәләрҙең дә башында ошоға бәйле һорауҙар уралалыр, ә кемдәрҙер күптән инде әҙерләнеп бөтөп, тыныс күңел менән каникулдың һуңғы көндәре менән кинәнә.
Рәмилә менән Айҙар Башировтарҙың ғаиләһендә 6 бала тәрбиәләнә, улар уҡыу йылына күптән инде әҙер.
- Балалар күп, уҡыу йылына әҙерлек өсөн сығымдар ҙа күп, тип уйлайҙыр күптәр, тик һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тигәнде оноторға ярамай, Аллаға шөкөр, балаларыбыҙҙың өҫтө бөхтө, тамағы туҡ, күңеле тыныс. Беҙ хатта, былтыр күп балалы ғаиләләргә мәктәпкә әҙерлек өсөн бирелгән аҡсаларҙы ла алманыҡ, документ эштәре ныҡ ҡатмарлы ине ҡул һелтәнек. Быйыл Айназ улыбыҙ 3-сө курс, Ралина ҡыҙыбыҙ 1-се курс студенттары, Айсар улыбыҙ 4-се класҡа бара, Айбулат балалар баҡсаһына бара, кескәйҙәребеҙ әлегә өйҙә. Ҡайҙа уҡыһалар ҙа, барыһын да яңы уҡыу йылына әҙерләр кәрәк. Яҡынса алғанда ҙурҙарына 15 мең китһә, бәләкәйҙәренә 12-шәр мең китте, әле тағы канцелярия тауарҙары, портфель һәм ваҡ-төйәктәр алаһы бар. Кеше кеүек икенсе ҡалаларға барып, әллә нисә төрлө магазиндар буйлап сабырға яратмайбыҙ. Бөтәһен бер ерҙән алыуы ҡулайыраҡ, "Күмертауцентр"ға барабыҙ ҙа, барыһын да шунан алабыҙ. Иң мөһиме балаларыбыҙ иҫән-һау булып, матур уҡыһындар, тип теләп ултырабыҙ, - ти күп бала әсәһе Рәмилә Баширова.
Өлкән ағай-апайҙары колледжға, кескәй туғандары балалар баҡсаһына барырға йыйынғанда, алты бала араһында бер үҙе уҡыусы булып ҡалған - Айсар мәктәпкә тулыһынса әҙерләнеп бөтөп, өр-яңы, матур кейемдәрен кейеп, ҡулына сәскә тотоп мәктәпкә барыр көнөн түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөй. Беҙ Айсарға ла, уның апай-ағайҙарына, туғандарына яңы уҡыу йылында яңы үрҙәр, уңыштар теләп ҡалабыҙ!
«Ғаиләләрендә балалар йылмайыуы яңғыраған, үҙ өлгөһөндә Башҡортостанда бәхетле йәшәргә, уңышлы эшләргә һәм балалар тәрбиәләргә мөмкин икәнлеген раҫлаған бөтә ата-әсәләргә рәхмәт белдерәм», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.