Все новости
Мәғариф
29 Августа 2024, 14:18

Тағы ла еңеү

Мин был бәйгелә бик теләп ҡатнаштым.

Тағы ла еңеү
Тағы ла еңеү

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, йыл һайын республика белем биреү учреждениеларының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын мультимедиа комплекстары менән тьәмин итеү маҡсатында, дөйөм белем биреү ойошмалары араһында, “Иң яҡшы туған теле һәм әҙәбиәте кабинеты” респулика конкурсы иғлан ителә. Ошо көндәрҙә был бәйгегә йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәле булды. Шуныһы ҡыуаныслы, еңеүселәр араһында ҡалабыҙҙың 5-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Аҙнабаева ла бар. Ул белем биргән рус теле һәм әҙәбиәте кабинеты республикала иң-иңдәр рәтендә билдәләнде. Оҙаҡ йылдар үҙ эшенә тоғро булған, тәжрибәле уҡытыусы Лилиә Ришат ҡыҙы йыл да үҙенең уңыштары менән ҡыуандырып тора. Үткән йыл республика кимәлендә “Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булһа, быйыл “Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте кабинеты” бәйгеһендә лә еңеп сыҡты. Лилиә Ришат ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ҙур уңыштар яулауын теләйбеҙ! Ул етәкләгән кабинет яңы уҡыу йылы башына мультимедиа комплексы менән йыһазландырыласаҡ һәм үҙ уҡыусыларын киң ҡолас менән көтәсәк.
- Конкурс туған телебеҙ уҡытыусыларының эшкә ижади ҡарашын үҫтереүгә, профессиональ йәһәттән камиллашыуына, кабинеттарҙың матди-техник базаһын нығытыуға, туған телде уҡытыуҙа инновацион технологияларҙы ҡулланыуға булышлыҡ итеүгә йүнәтелгән. Мин был бәйгелә бик теләп ҡатнаштым. Бының өсөн барлыҡ уңыштарымды, уҡыусыларымдың төрлө бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа еңеү яулаған һөҙөмтәләрен документ итеп әҙерләп ебәрҙем. Һәм, әлбиттә еңеү яулауыма сикһеҙ шатмын. Был минең генә түгел, ә барлыҡ коллективымдың да, уҡыусыларҙың да уңышы тип иҫәпләйем. Яңы уҡыу йылында яңы көс, дәрт менән эшләргә, ә уҡыусыларыма тағы ла илһамланып, тырышып уҡырға теләйем, - ти Лилиә Ришат ҡыҙы.

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров:
"Рәсәй президенты тәҡдим иткән федераль программа буйынса беҙ 140 мәктәп бинаһына капиталь ремонт менән индек — ә был — яҡшы, лайыҡлы шарттарҙа уҡырға мөмкинлек алған тағы 37,6 мең бәхетле бала. Һәм был беҙҙең төп бурысыбыҙ - балалар өсөн йылы, уңайлы мөхит булдырыу, заманса алымдар һәм ҡорамалдар ҡулланып белем алыу, үҫешеү һәм үҙ иленең ысын патриоттары булыу».

Автор:
Читайте нас: