Сара шул тиклем шәп, матур итеп ойошторолған ине, унда бик күп ауылдаштарҙы, таныштарҙы күреп ҡыуандым. Һүҙ биргәс, иң тәүҙә мәктәптең һалыныу тарихын һөйләп үттем. Был мәктәпкә нигеҙҙе беҙ 1995 йылда, "Салауат" колхозы заманында уҡ һала башлаған инек, тик төҙөлөш эштәре һуҙылыу сәбәпле уны 2004 йылда ғына ҡулланыуға тапшырҙылар. Юрий Шибин менән башлаған инек төҙөлөштө, стеналарын күтәреп, ҡыйығын ябып өлгөрҙөк, унан һуң мин район хакимәтенә эшкә киттем. 2001 йылда район хакимиәте башлығы булғас был эштең осона сығып етергә булдым һәм республикабыҙ президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улынан төҙөлөштө тамамларға аҡса һораным. Ул шунда уҡ ярҙам итте, шулай ҙа ул саҡта ла ҡытыршылыҡтар килеп тыуҙы, 2003 йылда тамамлай алмаһаҡ та, 2004 йылда Мортаза Ғөбәйҙулла улы йәнә аҡса бүлеп, ниһәйәт мәктәбебеҙҙе төҙөп, уны 2004 йылдың август айында тантаналы рәүештә астыҡ. Асыу тантанаһына президентыбыҙ Мортаза Рәхимов, Башҡортостан республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәмит Мәүлиәров, мағәриф министры Зөһрә Рәхмәтуллина килгәйнеләр...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.