Все новости
Мәғариф
16 Октября , 14:52

Был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем

Розалия Сәғитова, Мораптал ауылы мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе:

Был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем
Был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем

- Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә тарих, география, йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барам. Инде 31 йыл ошо мәктәпкә, һайланған һөнәремә тоғро ҡалып эшләп йөрөйөм. Быйыл бына йәнә бер сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙатырға әҙерләнәм.
Еңел булмаған эшебеҙҙе юғары баһалауҙары өсөн рәхмәтлемен, иң беренсе мәктәбебеҙ директоры Гөлкәй Шәмсетдиноваға, бергә эшләгән татыу коллективыма рәхмәт әйтер инем. Район хакимиәтенә, унда эшләүсе етәкселәргә лә эшебеҙҙе күрә белеүҙәре өсөн рәхмәт. Шулай уҡ уҡытыусы эшенең еңел булмауын аңлап, мине ҡеүәтләп, һәр яҡлап ярҙам итеп торған ғаиләмә рәхмәт, төплө белем, матур тәрбиә биргән атай-әсәйемә рәхмәт.
Был һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенмәйем, үкенһәм 30 йылдан ашыу был өлкәлә эшләмәҫ инем. 

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: