Ошо яңы уҡыу йортона килеп ингәс, беҙҙе ихлас йылмайып ҡаршы алған, мөләйем йөҙлө башҡорт теле уҡытыусыһы Рима Фәттәхетдин ҡыҙы Арыҫлановаға бөгөнгө көндә лә рәхмәтлемен. Уның беҙҙе яҡын күреп, үҙе янына йыйып, беҙҙең менән ихласлап һөйләшкәне, ҡыҙыҡлы дәрестәре, шулай уҡ ижад түңәрәгендә беҙҙе илһам иленә әйҙәүе әле булһа ла хәтеремдә һаҡлана. Римма Фәттәхетдин ҡыҙы менән төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашҡаныбыҙ, уның мине ҡеүәтләп, дәртләндереп тороуы, миңә ышаныс бирҙе һәм һайлаған һөнәремә лә ҙур йоғонто яһағандыр, тип ышаныслы әйтә алам.
Ошо көндәрҙә Рима Фәттәхетдин ҡыҙының “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыуын күреп уның өсөн ихлас күңелдән шатландыҡ.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.