Мәғариф
24 Октябрь 2024, 03:01

Әйтмәһәгеҙ ҙә беләбеҙ

Ул үҙенең 65 йәшен билдәләй.

Әйтмәһәгеҙ ҙә беләбеҙӘйтмәһәгеҙ ҙә беләбеҙ
Әйтмәһәгеҙ ҙә беләбеҙ
Ошо шәмбелә үтәсәк бөтөн тантаналар, ҙур дата, оло байрам, ҡунаҡтар ҙа байтаҡ ҡына көтөлә. 
Был мәктәп-интернатты кем генә тамамланы, күптәр һаман булһа, сәстәре салланып, үҙҙәре олатай-өләсәй булып бөтһәләр ҙә, рәхмәт әйтә: әлдә ошо интернат булды, эшкә өйрәтте, яҡшы белем дә бирҙе, тормошҡа ныҡлап әҙерләне. 
БРГИ-ны тамамлаусылар араһында төрлөһө бар, әлбиттә, Аҡ йорттарҙа ултырғандары, ябай тракторисы... Ҡайҙа эшләһә-йөрөһәләр ҙә, береһе лә төшөп ҡалған һаналмай, бында, әлбиттә, ошо уҡыу йортоноң роле ҙур. 
Директоры ғына юҡ бит әле? Уныһы шулай, күптәр, ҡаланың милли тормошона битараф булмағандар, баш вата: кемде ҡуйырҙар? Беҙ Мәғариф министрлығы сайтын арҡыры-буйына ҡарап сыҡтыҡ, был турала (конкурс хаҡында) бер һүҙ юҡ. Йәшертен генә үткәрәләрме икән әллә? Шулай ҙа, теге йырҙа йырланғанса: беләм бит, күрәм бит, һиҙәм бит, тигән шикелле, халыҡтың эске тойомлауы хәтәр - беләбеҙ инде кем булырын тип, алдан уҡ бер кешене тәғәйенләп тә ҡуйғандар. 
Былары хаҡында (кешенең һиҙемләүе хаҡмы-юҡмы) алдараҡ белербеҙ, ә әлегә әҙерләнәбеҙ - Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең ҙур юбилейын ҡаршылай! 
Автор:
Читайте нас