- Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә туҡланыу системаһы ысынлап та рәткә һалынған, барыһы ла ваҡытында, тейешле нормаларға ярашлы башҡарыла. Аҙыҡ-түлек сифатлы, сроктары ҡаралып, тикшерелеп тора, уҡыу йорттарына ваҡытында алып киленә. Ике көн һайын витаминлы икмәк алып киленә. Поварҙарыбыҙ барыһы ла медосмотр үткән, санпиденцияға ярашлы эш алып баралар. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында аҙыҡ-түлекте һаҡлау, бешереү өсөн бар техника бар, һыуытҡыс, туңдырғыс, плиталар барыһы ла бар. Дәүләт программаларына килгәндә, барыһы ла балалар өсөн эшләнә, туҡланыу системаһында ла бик шәп үҙгәрештәр булдырылды. Башланғыс класс уҡыусыларының бер тапҡыр бушлай ашау мөмкинселеге бар, ата-әсәләр өсөн бик ыңғай күренеш был. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, күп балалы ғаиләләрҙең балалары бушлай ашай, был да бик ыңғай күренеш. Мәктәптәрҙә меню күп төрлө, тәмле, комиссиялар булдырылды, улар туҡланыу сифатын күҙәтеп бара, контролдә тота.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы башлығы:
- Балаларыбыҙҙың дөрөҫ туҡланыуы - ул милләтебеҙ һаулығы, һәм был бик мөһим һорау. Уҡыусыларыбыҙҙы йылы, яҡшы сифатлы аҙыҡ-түлек тәъмин итеү өҫтөндә етди эш алып барҙыҡ. Ҡайһы саҡта балалар мәктәптә ашамай, ни өсөн икәнен яҡшы беләһегеҙ? Балалар ҡыҙҙырылған картуф кеүек файҙаһыҙ ризыҡтарға күнеккән, ә ашханаларҙа беҙ уларға бындай ризыҡ бирә алмайбыҙ, сөнки мәктәп ашханаларында барыһы ла балансланған, барлыҡ тейешле стандарттарға ярашлы башҡарыла.
Әгәр ҙә һеҙҙең мәктәп туҡланыуы буйынса берәй тәҡдимегеҙ булһа, беҙ уны мотлаҡ ҡарап сығырбыҙ һәм әгәр ҙә һеҙҙең тәҡдим бар нормаларға тап килә икән, беҙ уны индерербеҙ. Бындай башланғыстарҙы грамоталы юлдар менән тормошҡа ашырыу мөһим. Бәлки, шәмбе көндәре дәрестәр үткәрербеҙ йәки башҡа алымдар табырбыҙ.
Мәктәптә туҡланыу буйынса килгән тәҡдимдәрегеҙгә шатмын, сөнки ул алға барырға мөмкинлек бирә. Мин эш башлағанда, Республикабыҙ мәктәптәрендә туҡланыу системаһы ташландыҡ хәлдә ине - балаларға нимә ашатыуҙары ла билдәһеҙ ине, шарттар аяныслы ине. Беҙ быны төҙәттек, бөгөнгө көндә республикабыҙ мәктәптәрендә туҡланыу системаһы Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип һанала. Быға бәйле ялыуҙар юҡ тиерлек, әммә һәр ваҡыт алға барыу, шарттарҙы яҡшыртып тороу бик мөһим, тип уйлайым.