Мәғариф
13 Декабрь 2024, 10:20

Морапталдарҙың сихри көсө

Районды икенсе генә булһа ла, үҙҙәрен гел беренсе тип күреп өйрәнгән морапталдар үҙҙәрендәге класс иң шәбе тип уйлай.

Морапталдарҙың сихри көсөМорапталдарҙың сихри көсө
Морапталдарҙың сихри көсө
Былай уйлауҙарына ҡаршы төшкәне юҡ, ысынлап та, бигерәк хәтәр халыҡ, Яңы Мораптал мәктәбенә сәйәхәт мәлендә (ҡулдарынан да килә - эшәмәгән эштәре юҡ, телдәренән дә килә - сутылдап торалар) тағы бер ҡат һоҡландыҡ.
Бында аграр класс асылды. Уныһы оло туйға әйләнде лә китте, тиҙ генә барыр ҙа ҡайтырбыҙ тип уйлаған беҙ ярты көнгә туҡталдыҡ, морапталдарҙың сихри көсө ебәрмәй тотто.
- Дамир Таһир улына ҙур рәхмәт, -директорҙары Гөлкәй Шәмсетдинова бөгөн бигерәк сибәр, йәшәреп тә киткән кеүек, йүгереп йөрөй, - унан стенаға элергә стенд һәм жалюзи ғына һорағайныҡ, бөтөн класҡа ремонт яһаны ла ташланы, дизайнер саҡыртты, Санкт-Петербургтың үҙенән...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.  
Автор:
Читайте нас