"Ғаилә йылы" менән.
РПЛИ уҡыусылары һәм уҡытыусылары кисә бик матур тамаша күрһәтте, бар сығыштары ғаилә ҡиммәттәре хаҡында булды, ысынында, лицейҙың әлеге концерты ғына түгел, бар ғүмеребеҙ ошо ҡиммәттәргә бәйләнгән. Ғаиләң ныҡлы, ышаныслы, унда барыһы ла тәртиптә икән, тимәк, ҡалғаны ла насар түгел.
Тамашалары һәйбәт килеп сыҡҡан, йыр тыңлап, бейеү ҡарап ләззәт алыуҙан тыш, барыһы ла йәнә бер ҡат ошо хаҡиҡәткә инанған: атам-әсәм, ирем-ҡатыным, балаларым, башҡа барлыҡ туғандарым иҫән-һау булһа, донъябыҙ ҙа түңәрәк була.