Хеҙмәт стажы 40 йылдан артҡан, Аҡһары мәктәбе директоры Рида Ибат ҡыҙы Искәндәрова Радий Фәрит улының ҡулынан "Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мағәриф хеҙмәткәре" исемен алып ҡыуанды.
- Тәьҫораттарға килгәндә, был тиклем ҙур исемгә лайыҡ булыу, минең өсөн, әлбиттә, ҙур шатлыҡ, ҡыуанысымдың сиге юҡ, бар тырышлыҡтарымды, эшемде күрә белеүҙәренә һөйөнәм. Ҡотлауҙар килә башлағас та әйттем, Радий Фәрит улы ошо исемде тапшырғанда уға ла әйтеп үттем, был минең бер үҙемдең ҡаҙанышым түгел, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән, ышаныслы коллективымдың хеҙмәте, балаларыбыҙҙың тырышлығы. Мәғариф өлкәһендә эшләүемә 40 йыл да булып киткән, шуларҙың 24 йылы етәксе вазифаһында, Аҡһары ауыл мәктәбен етәксләүемә инде 17 йыл. Тыуған еремә, ғәзиз районыма береккән кеше булараҡ, бар тормош юлымды, хеҙмәтемде районыма бағышланым, атай-әсәйҙәр өйрәткәнсә тырышып, бар көсөмдө һалып эшемде намыҫлы башҡарҙым. Беҙҙең мәктәптең тырышлыҡтарын, ҡаҙаныштарын белеп, күреп, ишетеп тораһығыҙ бит инде. Беҙ инде хәҙер районыбыҙ, республикабыҙҙа ғына түгел, хатта Рәсәйҙә үткән сараларҙа дан ҡаҙандыҡ. Бер саранан, ярыштарҙан, олимпиадаларҙан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Шуға күрә бар еңеүҙәремдә үҙемдең дә, коллективымдың да өлөшө ҙур. алла бирһә Яңы йылда ла тырышып, бергә-бергә эшләрбеҙ, яңы уңыштарға ирешербеҙ, тип ышанам, - тип шатлығы менән уртаҡлашты "Атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" Рида Искәндәрова.
Беҙ ысын күңелдән Рида Ибәт ҡыҙын оло бүләге, юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ, уға артабан да эштәрендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ!