Шиғриәттән илһамланып...
Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернаты көньяҡ ҡапҡалағы белем усағы һанала. Ул 1997 йылдың 3 июлендә ауылдан сыҡҡан һәләтле егеттәрҙе техник юғары уҡыу йорттарына, физика-математика факультеттарына уҡырға инергә әҙерләү маҡсатында асыла. Тәүге етәксеһе – Юлай Камил улы Әмәкәсовты һәм унан һуң белем усағын дөрләткән директорҙар Лилиә Әмәкәсова, Рөстәм Баянов, Римма Ғөбәйҙуллинаны ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар бында. Уларҙың барыһын да берләштереүсе бер сифат – шиғриәткә һөйөү. Ижад кисәләре – уҡыу йортонда балаларҙа туған телгә һөйөү, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында йыш ҡына үткәрелгән саралар.
Туған тел һағында
Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернаты уҡыусылары менән тәүге осрашыуым түгел. Бында шиғриәткә битараф булмаған, үҙҙәре лә әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнгән уҡытыусылар эшләй. "Шиғриәт шишмәһе" тип аталды Гөлназ Искәндәрова һәм Азат Хәлилов беҙҙе саҡырған дәрес. 5 ”а” һәм 6 ”б” класс уҡыусылары, "Ҡаурый ҡәләм" түңәрәге ағзалары менән үткән сараға шағирә, Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға киткән Сулпан Миңлебаева, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы яҙыусылар берекмәһе рәйесе, шағирә, Күмертау педагогия колледжы уҡытыусыһы Рима Арыҫланова саҡырылғайны.
Лицей директоры Венер Ришат улы Сабанчин менән тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫар Эльвира Рәмил ҡыҙы Зөбәйерова ҡунаҡтарға уҡыу йорто алып барған йүнәлештәр хаҡында һөйләне, ҡомартҡылар, тарихи экспонаттар ҡәҙерләп һаҡланған музей менән таныштырҙы.
Яңы асылған инженер кластарында уҡыусыларҙың эштәре менән танышыу ҙа яҙыусыларҙың күңеленә хуш килде. Балалар үҙ ҡулдары менән йыйған осоусы аппараттар менән идара итеп ҡарау бәхетенә лә өлгәште улар.
Егәрле етәксе
2020 йылдан был эшлекле коллективҡа етәкселек иткән Венер Сабанчин бинала үткән капиталь ремонт хаҡында һөйләне. Ысынлап та, лицей яҡтырған, матурайған. 2024 йылда мәктәп пилотһыҙ һауа суднолары (БПЛА) эшләүсе инженер кластары булдырырға мөмкинлек биргән федераль программаға инә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уның талаптарын үтәп сыға. Кластарҙы йыһазландырып, техника ҡайтартып, педагогтарҙы Ҡазан ҡалаһына ебәреп уҡытып алып, ошо йүнәлештә уҡыусыларға белем бирә башлағандар. Балалар тиҙ арала үҙҙәре был аппараттарҙы программалай, йыя һәм уларҙы осорорға өйрәнә башлаған.
Лицей-интернат директоры Венер Ришат улы әйтеүенсә, был белем усағында һәләтле балалар уҡый. Былтырғы сығарылыштың 38 уҡыусыһынан 17-һе уҡыу йортон миҙал менән тамамлаған. Быйыл да яҡшы өлгәшкәндәр шул сама. Был лицейҙы тамамлап сыҡҡандар Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек Рәсәйҙең ҙур ҡалаларының юғары уҡыу йорттарына ынтылалар һәм, уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлап сығалар.
Венер Сабанчин үҙе кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң, университетта ике йыл уҡыта. Предприятиела һәм колледжда бер аҙ эшләй. Күп тә үтмәй, ошо уҡыу йортона директор итеп тәғәйенләнә. Ҡәләмдәштәрем Сулпан Миңлебаева һәм Рима Арыҫланова менән республикабыҙҙың көньяҡ ҡапҡаһындағы белем усағын етәкләгән 34 йәшлек алдынғы ҡарашлы, бөтмөр уҙаман башланғысында барған ыңғай үҙгәрештәргә хайран ҡалып тамаша иттек. Кинйә Арыҫлановтың вариҫы, ҡыпсаҡ рухлы милләттәшебеҙҙең бүтәнсә булыуы мөмкин дә түгелдер.
Балаларға – лайыҡлы белем!
Әлеге ваҡытта лицей-интернатта 300-гә яҡын бала уҡый. Аҙ тәьмин ителгән балалар тулыһынса дәүләт иҫәбенә туҡлана һәм йәшәй. Атайҙары МХО-ла булған балалар ҙа шул иҫәпкә инә. Улар бында – етәү. Ауыл балаларының сифатлы белем алып, техник юғары уҡыу йорттарына ҡаршылыҡһыҙ инеп китә алыуҙары һөйөндөрә. Бында эшләгән 78 хеҙмәткәрҙең 20-һе уҡытыусы, етәүһе – тәрбиәсе. Барыһы ла юғары категорияға эйә. Директор үҙе техник фәндәр кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә булыуы хаҡында әйткәйнем инде.
Етәксе билдәләүенсә, пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы балалар үҙҙәре идара итергә өйрәнеү өсөн етештерә. Уларҙың да төрлөһө бар. Телефон ҡуйып видео, фото төшөрә торғандары ла ҡыҙыҡлы. Уларҙы программалау өсөн компьютерҙар, 3Д принтерҙар, йыйыу өсөн иретеп йәбештереүсе аппараттар, осороу өсөн зона ла алдан хәстәрләнгән. Уныһы нимә инде, һауаға ебәрҙең дә осто ла китте түгел. Бала ҡыйбатлы аппаратты осорорға өйрәнгәнсе ул ҡолап төшкән хәлдә йомшаҡ матрастар түшәлергә тейеш. Юғиһә, ул ҡыйралырға ғына тора. Мин үҙем берәүҙе осороп ҡараным. Ҡолатмай идара итергә оҫтарып алғансы иғтибарҙы һәм сыҙамлылыҡты талап итә.
Республикала әлегә бындай аппарат етештереүсе мәктәптәр – 20. XI класты бөткәндә техник вуздарға инергә тейешле уҡыусылар осоусы аппараттарға идара итергә оҫта булырға тейештәр икән. Музейҙа токка тоташтырылған һынау машинкаларын күреп, көлөмһөрәп ҡуйҙым. Ысынлап та, беҙ мәктәптә уҡығанда калькуляторҙарға бер мөғжизә күреп хайран ҡала инек. Ә ниндәйҙер 30 йыл эсендә уҡыусылар һауаға үҙҙәре осҡостар осора. Тағы берәй утыҙ йылдан ниндәй үҙгәрештәр булырын күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын.
Бала хыялға ынтылһын өсөн уның донъяны әҙәбиәт аша, матурлыҡ аша танып белеүе, хистәренең үҫешеүе, уға илһөйәрлек тойғолары һалыныуы мөһим. Уның нәфис әҙәбиәт аша һеңдерелеүе берәүгә лә сер түгел. Шуны күҙ уңында тотоп үткәрелде лә инде был дәрес. Балалар яҙыусылар менән Тыуған илгә һөйөү, атай-әсәйгә рәхмәтле булыу, дуҫтарҙы ҡәҙерләү, белемле булырға ынтылыу кеүек мөһим төшөнсәләр хаҡында фекер алышты. Үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе, йырлы сығыштар ҙа күңелгә ятты.
Балаларҙың “Башҡортостан” гәзитенең календарын “Әсәйемә бүләк итәсәкмен” тип һаҡлыҡ менән төрөп алыуҙарын күреп һөйөндөм. Ҡасандыр үҙемә лә яҙыусылар менән осрашыу, ошондай бүләкте алыу тәьҫирендә шиғырҙар яҙырға, бихисап китаптар уҡырға этәргес булғайны.
Азат ХӘЛИЛОВ, Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
–Техника заманы булыуға ҡарамаҫтан, рухи байлыҡ та булырға тейеш тип уйлайым. Кеше роботҡа әйләнмәһен ине, шуға күрә тырышабыҙ. Рух булһа, милләтебеҙ ҙә йәшәр. Миңә алмашҡа һылыуымдың ҡыҙы Гөлназ Иҙелбик ҡыҙы килде. Иншаллаһ, етеҙ, тиҙ отоусан, ҡыйыу ҡыҙ. Шағирә лә. Ҡәләме осло. Техниктар араһында ла шағирҙар бар. Беҙҙең райондан Тимерйән ағай Ниәтшинде өлгө итеп ҡуйырға була.
Сулпан МИҢЛЕБАЕВА, яҡташым, Әбйәлил районы Туйыш ауылы ҡыҙы Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында йәшәп ижад иткән шағирә:
- Политехник лицей-интернатта туған тел мөхите булдырылған. Ошо лицейҙа һирәк, йылына бер-ике тапҡыр ғына булырға тура килһә лә, ҡунаҡ булған кеше аҙ ултыра, әммә күпте күрә, күпте һынай тигәндәй, барыһын да күреп, белеп йөрөйөм. Бында үҙ эшенә бик тә яуаплы ҡараған уҡытыусылар эшләй. Бөтә ерҙә лә тәртип, балалар килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт телендә сәләмләп ҡаршы ала, кабинеттар матур, заманса итеп йыһазландырылған. Балаларға уҡыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Лицей етәкселегенә лә шундай шарттар тыуҙырғаны өсөн ҙур рәхмәт! Һәм, әлбиттә, Күмертауҙа әҙәби мөхит бар. Рима Фәттәхетдин ҡыҙы Арыҫланова хәҙер нисәмә йыл инде яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе булып тора. Уның эшмәкәрлеге ҙур маҡтауға лайыҡ.
Балаларҙың төрлө яҡлап үҫешеүен, тәрбиә алыуын ҡайғыртыу киләсәктә тос емештәрен бирер, уларҙан Тыуған илебеҙҙең киләсәген билдәләгән ысын кешеләр, һөнәр эйәләре үҫеп сығыр, тип ышанғы килә.
Гөлназ ҠОТОЕВА.