Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Март , 09:15

Ҡыуанып уҡы ғына

Республикабыҙҙа мәктәптәрҙә 2021 йылдан Радий Хәбиров һәм уның командаһы мәғарифы учреждениеларын яңыртыу, ремонтлау буйынса бик әүҙем эш алып бара.

Ҡыуанып уҡы ғына
Ҡыуанып уҡы ғына

Мәктәптәрҙе яңыртыу өсөн бик күп төрлө программалар эшләп килә. 2019-2024 йылдарҙа республикабыҙ яңы төҙөлгән һәм капиталь ремонтланған мәктәптәр, балалар баҡсалары һаны буйынса алдынғылыҡ яуланы.
Капиталь ремонт беҙҙең ҡала, ауыл мәктәптәрен дә урап үтмәне. Миҫал өсөн, быйылғы уҡыу йылын М.Рәхимов исемендәге 3-сө һанлы БРГИ уҡыусылары, уҡытыусылары капиталь ремонтланған өр-яңы биналарында ҡаршы алды.
- Быйылғы уҡыу йылыбыҙ ремонтланған, яҡты, матур, таҙа уҡыу йортобоҙҙа башланыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Рәхәтләнеп уҡыу өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған белем усағыбыҙҙа ҡыуанып белем алабыҙ. Иркен, таҙа, яҡты кабинеттарыбыҙҙа белем алыуы үҙе ҙур бәхет. Уҡыу йортобоҙ мыңа ҡәҙәр ҙә ҡот осҡос хәлдә түгел ине, шулай ҙа яңартылған, ремонтлы кабинеттарҙа уҡыу күңелле, гимназиябыҙға барғы ғына килеп тора. Заманса технологиялар менән йыһазландырылған кабинеттар уҡыу материалын тулыһынса үҙләштереү өсөн ҡулай. Гимназиябыҙҙа хатта тәнәфес ваҡытында ял итеү урындары ла булдырылды, коридорҙарҙа ял итеп, ултырып тороу өсөн уңайлы дивандар ҙа урынлашҡан. Республикабыҙ етәкселегенә ошондай мөмкинлектәр өсөн рәхмәтлебеҙ, - ти шатланып 9-сы "Б" класы уҡыусыһы Әлфиә Сайтакова.
Шулай итеп, бөгөнгө көндә, уҡыусы балаларға уңайлы шарттарҙа ҡыуанып уҡырға ғына ҡала. Уларға яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:
Читайте нас