Залда ултырған һәр бере таныш, туған һымаҡ булып киткән кешеләр, аҙнаһына әллә нисә тапҡыр күрәһең, шуға «ят кеше» иғтибарға алынды. Бәлки, күрмәй ҙә ултыра бирә инек (район ҡоролтайы ултырышы бара), сибәрлеге «мин бында» тип әллә ҡайҙан ҡысҡырҙы, ирекһеҙҙән, баштарҙы уның яғына борҙорҙо.
...Ҡоролтай ултырышы булған һайын «район мәғариф бүлегендә телдәр буйынса методист юҡ» тип ырғыр ҙа торорҙар ине. Бәкәлгә әллә ҡасандан һуҡҡан, йәнгә үткән тема. Рәмилә Рахманғолова, ошоңарсы эшләгән методист, декрет ялында, ул балаһын үҫтергәнсе, ҡул ҡаушырып ултырабыҙмы?
Ултырмайбыҙ! Әлеге залдағы сибәркәй, баҡһаң, яңы методист икән. Оксана Семинченко. Исеме лә, фамилияһы ла беҙҙеңсә яңғырамай? Оксана тулыһынса беҙҙеке ул – Яңы Мораптал ауылы балаһы, ҡыҙ фамилияһы Таңатарова. Уның менән, сара бөткәс, йүгереп бара һалып, таныштыҡ.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.