Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Май , 12:58

Яҡшымбәт уҡыусыларына депутат премиялары бирелде

Хәсән Ғайсин исемендәге мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау байрамы шәп үтте. 

Яҡшымбәт уҡыусыларына депутат премиялары бирелде
Яҡшымбәт уҡыусыларына депутат премиялары бирелде

Кисләтеп кенә әйттеләр: һеҙгә үтә мөһим һәм яуаплы миссия йөкмәтелә, Яҡшымбәткә барып, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән ҡотлап, ошо мәктәптә уҡыған иң шәп уҡыусыларға  Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыевтың махсус премияларын тапшырырға кәрәк булыр. 

Байрам шәп булды, әйтәһе түгел, уҡытыусылар, ата-әсәләр бер-береһен ҡотлашты, бүләктәр биреште, зал сәскәләргә күмелде... Яҡшымбәт мәктәбен быйыл 11 кластан 2, 9 кластан 9 бала тамамлай. 11 бала - 11 яҙмыш, барыһы ла уларға аҡ юлдар теләне. Беҙ ҙә. Премияны тапшырҙыҡ, өс уҡыусы алды уны, аҡсаһы, әйткәндәй, мул ғына. Фәнит Насип улынан күптин-күп сәләм-ҡотлауҙар күндерҙек, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лена Ғәббәсованан да сәләмдәр тапшырҙыҡ, уның да бик килгеһе килә ине, үҙенең балаһы бөгөн 11-ҙе бөтә...

Әйткәндәй, был мәктәптә бөгөн, беҙҙекенән башҡа, йәнә ике премия тапшырылды. 

Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.  

Автор:
Читайте нас: