Бында нисәмә йылдар барып, һәр сараһына тиерлек ҡатнашып йөрөһәк тә, бөгөн саҡ ҡына башҡасараҡ атмосфера хөкөм һөрә һымаҡ. Тәү ҡарашҡа, барыһы ла шул көйө: шатланышҡан ата-әсәләр, балалар, уҡытыусылар. Әммә шатлыҡтары, барыбер, аҙ ғына артҡандай. Быйыл мәктәпкә 59 бала беренсегә уҡырға килә, былтыр 58 булған. Бала һаны артҡан – шатлыҡ та артҡан. Йәнә бер сәбәбе бар – бында яңы директор эшен башлап тора. Лена Ғәббәсова. Бөтә ерҙә шулай- яңылыҡ яңы шатлыҡ килтергәндәй була. Кем нисек тойғандыр, беҙҙә ана шул тойомлау булды.
- Лена Димовна, ҡалай һәйбәт һеҙҙең директор булып килеүегеҙ, - директорҙы күптән белгән ата-әсә шулай тип шаулашты.
Таймаҫ, Ялсыҡай, Илкәнәй, Яманһары, Яманғол, Яҡут, Ермолаево, Аллабирҙе... Тамырҙары менән ошо ауылдаран сыҡҡан сабыйҙар – беренсе класҡа килгән балалар. Ҡайҙа йәшәһәк тә, берҙәмбеҙ, шуныһы күңелгә йылы хис бөрктө.
Яңы директорға, татыу коллективҡа, балаларға, бөтәһенә лә, уңыштар теләйбеҙ. Йыл һайын ҡыуаныстарығыҙ артып торһон.