Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь , 07:05

Ете бала уҡыясаҡ

Яҡут мәктәбенә быйыл 7 уҡыусы килде. 

Ете бала уҡыясаҡ
Ете бала уҡыясаҡ

Яҡут башланғыс мәктабендә быйыл, 2025- 26 йылғы уҡыу йылында, барлығы ете бала уҡыясаҡ.
Шул уңай менән, кисә башланғыс синыф уҡытыусыһы Гөлшат Сәғҙәтулла ҡыҙы Белем байрамын асты.
- Ә һеҙ беләһегеҙме, 1- се синыфҡа нисә бала килгән икәнен, был сер булып ҡалһын әле, атыү күҙҙәрегеҙ тейер тип уйлайым!
Ә кемдәр байрамға килгән, иҫтәре китеп, бик йөкмәткеле концерт номерҙары ҡараны, килмәй ҡалғандар бик үкенерҙәр байрамда була алмағандарына, ә килгәндәр бер ҡыуанып ултырҙылар. Ул балаларҙың кейемдәре иҫ китерлек матур, ҡулдарҙа күҙҙең яуын алып торған гөлләмәләр, ул мәктәп шул хәҙәрем таҙа, матур итеп байрамға әҙерләнгән, йыйыштырыүсы Инира апалары, хәстәрлекле әсә һымаҡ, барыһын тәртиптә тота.
Ҡунаҡка күрше Тамаҡ Баба ауылынан да килгәндәр, Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе, сөнки уларҙың ейәндәре Кәрим беренсе синыфҡа уҡырға керә.
Байрамдың төп ҡунағы булып СВО- ла батырҙарса һәләк булған Ишдәүләтовтың әсәһе Зөһрә апай ҙа ҡатнашты, Рәфистең яңыраҡ ҡына, үлгәндән һуң, "Батырлыҡ" ордены менән бүләкләнеүен әйтте, бик ихлас күңелдән тәбрикләнек һалдат әсәһен!
Балаларға СВО- ла ҡатнашҡан башҡа һалдаттарыбыҙ тураһында ла ентекләп һөйләне Гөлшат Сәғҙатулла ҡыҙы.
Миндә китапханасы булараҡ быйылғы Йыл "Белем" көнө тап Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайы менән үтә икәнен аңлаттым. Ошо уңай менән асылған "Батырҙың партаһында" ултырыр өсөн балалар бик тырышырҙар инде- тигән өмөттә ҡалыуыбыҙҙы әйтеп үттем.
Шулай уҡ байрамдың бер йәме булып кургәҙмә ойошторолдо, бында инде СВО- ла ҡатнашҡан бар һалдаттарыбыҙҙың папкалары йыйылған ине!
Шулай бик ҙур йәм өҫтәп, байрамға "Толпар" баҡсаһының бәләкәй тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Балалы өйҙә ғәйбәт юҡ тиҙәр, шул балаларҙы ҡарап ултырып, бер күңелдәребеҙ асылды.
Байрамдар Мөбәрәк булһын!
Балалар тотоп килгән гөлләмәләр һәр бер килгән ҡунаҡтарға етте!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.

Автор:
Читайте нас: