Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Сентябрь , 11:28

Иң шәптәр бөгөн беҙҙә

- Бөгөн беҙҙең гимназиябыҙ иң әүҙем, көслө, күренекле балаларҙы ҡабул итә.

Иң шәптәр бөгөн беҙҙә
Иң шәптәр бөгөн беҙҙә

М. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында бөгөн “Йәйге Шайморатов уйындары”ның төбәк этабын асыу тантанаһында балаларҙы ҡалабыҙҙың Мәғариф идаралығы директоры Татьяна Юлусова, гимназия директоры Әнисә Түләгәнова һәм МХО ветерандары сәләмләне. Был ярышта республикабыҙҙың көньяҡ төбәгендә урынлашҡан райондарҙан һәм ҡалаларҙан 35 команда көс һынашасаҡ.

- Бөгөн беҙҙең гимназиябыҙ иң әүҙем, көслө, күренекле балаларҙы ҡабул итә. Һеҙҙең алда етди һынауҙар тора. Барығыҙға ла уңыштар теләйем, - тине Әнисә Сәғит ҡыҙы.
Әйткәндәй, иң беренсе "Ҡышҡы Шайморатов уйындары" ла тап беҙҙең ҡалала үтте.

Автор:
Читайте нас: