РПЛИ-лағы Пилотһыҙ оса торған аппараттар дәресе кабинетын күргәс, башта шундай уйҙар тыуҙы.
- 2024 йылдан беҙ төрлө федераль проекттарҙа актив ҡатнаштыҡ, шул проекттарҙың береһендә еңдек – пилотһыҙ авиация системалары кабинетын булдырыу. Булдырҙыҡ. Әле 8-11 класс балаларын пилотһыҙ аппараттарҙы йыйырға, уларҙы программаларға һәм идара итергә өйрәтәм, - ти лицей директоры Венер Сабанчин.
Аппараттарҙы осороу өсөн махсус полигоны ла бар, бындай полигон бары тик беҙҙә генә, тип тә ебәрә директор. Был яңы дәрес уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ти Венер Ришат улы. Әлбиттә, уятыр. Компьютерҙағы теләһә ниндәй уйындан да мауыҡтырғысыраҡ та был дәрес, бит-күҙеңә экранлы масканы кейҙең дә, үҙең йыйыған пилотһыҙ оса торған аппарат менән, ҡулыңа джойстик ҡына тотоп, идара итәһең.
Киләсәктә кем булаһың тип балаларҙан һорағанда элегерәк космонавт, милиционер, уҡытыусы тип яуаплар ине уҡыусылар. Хәҙер улар, моғайын, БПЛА операторы булам тип яуаплайҙарҙыр ул.