Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Февраль , 10:14

Бейеү сәнғәтенең тиңһеҙ йондоҙо

Күмертауҙың 5-се һанлы мәктәбе ижади коллективы, театр-фольклор коллективтары араһында үткән, "Башҡортостан ынйыһы" конкурс -фестиваленең муниципаль этабында ҡатнашты.

Бейеү сәнғәтенең тиңһеҙ йондоҙо
Бейеү сәнғәтенең тиңһеҙ йондоҙо

Был сағыу сара башҡорт бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер, Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы һәм уның тәүге художество етәксеһе Фәйзи Ғәскәровтың ижадына арналды.
Бәйгелә Фәйзи Ғәскәровтың бейеүҙәре башҡарылған «Бейеү сәхнәһәнең ҡабатланмаҫ йондоҙо» тип исемләнгән театр постановкаһын күрһәттек. Мәртәбле конкурсҡа беҙҙе әҙерләп ҡатнаштырған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Наил ҡыҙы Байбулатоваға ҙур рәхмәт. Тырыш уҡытыусыбыҙ һәр ваҡыт төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы саралар үткәреп тора. Бейеү сәнғәтенең тиңһеҙ йондоҙо иҫтәлегенә арналған бәйгелә лә илһамланып, рухи көс алып ҡайттыҡ.
Наҙгөл ХАЛИҠОВА, Күмертау ҡалаһының 5-се мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы

Автор:
Читайте нас